Рәсәй тыныслыҡ
һаҡлаусылары Голан бейеклегендә Австрия хәрбиҙәрен алмаштырырға әҙер. Рәсәй
президенты Владимир Путин ошондай
белдереү менән сығыш яһаны. Бер ай эсендә Австрия үҙ контингентын
Израиль дә, Сүриә лә үҙенеке тип иҫәпләгән бәхәсле терриориянан сығарырға
тейеш. Демилиаризациялау зонаһын патрулләүсе австралиялылар мең кешелек “зәңгәр каскалар”орядының
өстән бер өлөшөнөң күберәген тәшкил итә.
Путин һүҙҙәре буйынса,
региональ державалар һәм БМО был тәҡдимде ҡабул итһә генә Рәсәй хәрбиҙәре
уларҙың урынын аласаҡ.
Владимир Путин, РФ президенты:
“Бөгөнгө Голан
бейеклегендәге ҡатмарлы хәлде күҙ уңында тотоп, Израиль һәм Сүриә армияһын
айырып торған линияла беҙ был региондан китәсәк Австрия контингентын алмаштыра
алыр инек. ”
Венала тыныслыҡ
һағында тороусыларҙы кире ҡайтарыу ҡарарын Сүриәләге ҡораллы конфликттың киңәйә
барыуы һәм һалдаттарҙың ғүмеренә хәүеф янауы менән аңлаталар. Баш күтәреүселәр
һәм Бәшәр Асадҡа тоғро көстәр араһында алыштар Голан бейеклегенә яҡыная бара.
Мәҫәлән, Кусейра өҫтөнән контролде юғалтҡан оппозиция, Кунейтрала нығынып алыу
өсөн, сик буйы үткәүеленә һөжүм яһаған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий