пятница, 7 июня 2013 г.

Венгрия бығаса күрелмәгән ташҡындарға әҙерләнә.


 Ял көндәренә Будапештта Дунай бығаса күрелмәгән кимәлгә- 8 метр 85 сантиметрға күтәрелер, тип көтәләр. Баш ҡаланың яр буйҙарына ҡом һалынған тоҡтар өйөлдө. Венгрияның премьер-министры дамбаларҙы шәхсән үҙе килеп тикшерҙе, бынан алдараҡ ул кешеләрҙең тормошона хәүеф янауы, һәр кемдең эвакуацияға әҙер булырға тейешлеге хаҡында белдергәйне.
Австрия һәм Словакия ла зыян күрҙе. Братиславала һыу кимәле яңы тарихта иң ҡеүәтлеһе иҫәпләнгән 2002 йыл рекордын уҙып китте. Германияла һыу стихияһы менән көрәшкә 60 мең ғәҙәттән тыш һәм 16 мең хәрби хеҙмәткәр йәлеп ителде. Зале йылғаһы 4 быуат эсендәге иң юғары кимәлгә күтәрелгәнлектән, Галле ҡалаһында 30 кешене эвакуацияланылар. Күрше Биттерфельд әлегә һыу баҫымына бирешмәй. Ҡалаға Ангела Меркель килде һәм баррикада төҙөүселәрҙең ҡулын ҡыҫты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий