пятница, 7 июня 2013 г.

Франция: “Беҙҙең кварталдарҙа фашистарға урын юҡ !”



Парижда меңләгән кеше, һул сәйәси активист Клеман Мериктың үлтерелеүенә асыуланып, манифестацияға сыҡты. Ҡала уртаһында уны кастеттар менән туҡмап үлтергән йәш кешеләрҙе француз матбуғаты “неонацистар” һәм “скинхедтар”тип атаны. Полиция тиҙ арала һөжүм итеүгә ҡатнашлығы булған 4  кешене ҡулға алды.
Кесе йома кисендә Париж урамдары антифашистарҙың речевкаларынан яңғырап торҙо:“Клеман, Клеман – антифа!”, “Но пасаран!” һәм “Беҙҙең кварталдарҙа фашистарға урын юҡ!”
Демонстрацияла ҡатнашыусы һөйләй:

“Йәш кешенең, активистың үҙ идеяларын яҡлағаны өсөн генә туҡмалып үлеүе- башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Мин ул неонацистарҙы тыйыу яғында, әммә тыйыу ғына әҙ булыр. Проблема шунда: был төркөмдәр күрәләтә эш алып бара һәм был ваҡиға беренсеһе генә түгел.”
Францияла эшләнгән енәйәт арҡаһында, асыҡтан-асыҡ эш иткән үтә уң фирҡәләрҙе тыйырға саҡырыуҙар күбәйә бара. Милли фронт лидеры Марин Липен фирҡәһенең был ваҡиғаға ҡыҫылышы булмауы тураһында белдереп аҡланырға мәжбүр булды һәм Клеман Мерикты үлтереүҙе “асыу ҡабартырлыҡ акт”тип атаны.
Джованни Маджи, “Евроньюс”:
 “Францияның бөтә ҡалалары буйлап ҡапыл башланып киткән демонстрациялар- илдең асыуланып, һыҙланып һөрәнләүе ул.”
Кесе йома кисендә меңдән ашыу кеше Лион мэрияһы майҙанына йыйылды. Ҡаланың муниципалитет башлығы антифашистар делегацияһын ҡабул итергә мәжбүр булды. Ҡалала һуңғы өс йыл эсендә неонацистарҙың эшмәкәрлеге менән бәйле 39 һөжүм итеү һәм 2 үлтерергә маташыу теркәлгән.
Манифестанттар властарҙан Лионда эшмәкәрлектәрен асыҡтан-асыҡ йәйелдереп ебәргән үтә уңдарҙың төркөмдәрен тикшереүҙе һәм уларға төрлө акциялар үткәреүҙе тыйыуҙы талап итте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий