четверг, 6 июня 2013 г.

102 йәш- парашюттан һикерергә ваҡыт.


102 йәш- бейсджампинг менән шөғөлләнеү өсөн самый шәп саҡ. Америкалағы Дороти Кастер исемле батыр ҡарсыҡ тыуған көнөн, инструктор менән бергәләп булһа ла, күперҙән парашюттан һикереп билдәләгән. Экстремаль тойғолар кисерергә яратыусыға күперҙең бейеклеге 150 метр ғына булыуы оҡшап бөтмәгән:
“Бөтәһе лә шул ҡәҙәр тиҙ булды! Ергә шулай тиҙ төшөрбөҙ тип уйламағайным. Ғөмүмән, миңә оҡшаны.”.
Тәүҙә Дороти парашют менән самолеттан һикерергә теләгән, аҙаҡ инде 102 йәш өсөн был артыҡҡа китер тигән фекергә килгән. Яҡындары, экстремаль вариантта булмаһа ла, өләсәләренең хыялын тормошҡа ашырған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий