четверг, 6 июня 2013 г.

Израиль Сүриә менән сиктәш районды ябыҡ зона, тип иғлан итте.


Израиль армияһы, хәүефһеҙлек күҙлегенән сығып, Сүриә баш күтәреүселәренең һәм хөкүмәт армияһының бәрелештәре булған ергә яҡын торған Голан ҡалҡыулығы райондарына халыҡты үткәрмәй. Израиллеләргә ил сигендәге ауыл хужалығы участкаларында эшләү ҙә тыйылған.
Әлеге мәлдә, Израиль хәрбиҙәренең һүҙҙәре буйынса, Сүриәнең Әл-Кунейтра ҡаласығында ҡаты һуғыш бара.
Әл-Кунейтра хаҡындағы мәғлүмәттәр ҡаршылыҡлы. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, Сүриә баш күтәреүселәре ҡаласыҡты үҙ ҡулына алған. Икенсе мәғлүмәт агенстволары раҫлауынса, Әл-Кунейтра регуляр армия контроле аҫтында.
Израиль һәм Сүриә сигендә Әл-Кунейтранан алыҫ та түгел КПП урынлашҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий