Сильвио Берлускони
бәлиғ булмаған фәхишәләрҙең хеҙмәтен файҙаланыуҙа һәм хеҙмәт вазифаһын үҙ
мәнфәғәттәнендә файҙаланыуҙа ғәйепләнә -тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ингән Милан суд
комиссияһы, 6 сәғәт дауам иткән консультацияларҙан һуң, шундай ҡарар сығарҙы.
“Суд Сильвио
Берлускониҙы 7 йылға төрмәгә ултыртыуға хөкөм итте һәм шулай уҡ дәүләт постарын
биләүҙе тыйҙы,-”тип белдерҙе Джулия Турри.
Берлускони, урлашып
тотолған Руди ҡушаматлы ҡыҙҙы полиция участогынан азат итеү өсөн шылтыратып,
суд тикшереүе аҫтына эләккән. Сәйәсмән үҙ ғәйебен танымай, былар барыһы ла- дошмандар
этлеге, тип иҫәпләй.
Берлускони адвокаттары апелляция бирергә йыйына, аҙаҡ,
әгәр кәрәк булһа, Юғары кассацион судҡа суд ҡарарына ялыу бирергә йыйына. Шуға
ҡәҙәр закон үҙ көсөнә инә алмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий