вторник, 25 июня 2013 г.

Катар әмире тәхетте улына тапшыра.


Катар әмире үҙ теләге менән тәхеттән баш тарта.61 йәшлек шәйех Хамад бән Халиф Әл- Тани тәхетте улына тапшырырға йыйына. Халыҡҡа рәсми мөрәжәғәт менән ул шишәмбе иртән сығыш яһарға уйлай- был көн милли байрам итеп иғлан ителгән дә инде. Быны стандарттарға һыйып бөтмәгән ҡарар, тип иҫәпләйҙәр, сөнки ғәрәп хакимдары, ғәҙәттә, һуңғы көндәренә ҡәҙәр йәки берәй түңкәрелешкә власть башында ҡала.


Аналитиктар был нефткә һәм газға бай әмирлектә эске һәм тышҡы сәйәсәттә үҙгәрештәр булыр тип көтмәй. Тәхет вариҫы шәйех Тамим элекке курсты дауам итәсәк. Уға 33 йәш һәм барыһы ла уның иҫ киткес атаһына оҡшауын билдәләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий