вторник, 25 июня 2013 г.

АҠШ Сноудендың юғалыуы менән ҡәнәғәт түгел.


 Эдвард Сноуден хәҙер ҡайҙа? Дүшәмбе ул Мәскәүҙән Гаванаға һәм артабан, сәйәси һыйыныу урыны һорау өсөн, Эквадорға китергә тейеш ине. Әммә Кубаға осҡан самолет бортында АҠШ-тың  Милли именлек агенствоһының элекке хеҙмәткәре булмай сыҡты.

Вашингтон ризаһыҙлығын йәшермәй: Америка властары, Сноуден Гавайҙан Гонконгҡа ҡасҡас, кисекмәҫтән уны экстрадициялауҙы талап итте, тик ул Мәскәүгә юл тотто.

“Бег Гонконг иммиграция хеҙмәтенең ҡарары тураһында һүҙ бара тип уйлайбыҙ,- тип белдерҙе Аҡ йорттоң матбуғат сәркәтибе Джей Карней.-Ҡулға алыуға ордер булыуға ҡарамаҫтан, Гонконг властары ҡасҡынға китергә мөмкинлек бирҙе. Был хәл Ҡытай һәм АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһаясаҡ.”

АҠШ Рәсәйҙән дә Сноуденды экстрадициялауҙы һорай, әгәр уға ҡасырға ярҙам итһәләр, ризаһыҙлыҡтың ҙур буласағын белдерә:

“Беҙ Рәсәй менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, Сноуден әфәнде, Ҡушма Штаттарға ҡайтарылып, енәйәттәре өсөн суд алдына баҫһын өсөн, уны ҡайтарыу мөмкинлектәре хаҡында фекер алышабыҙ.”


АҠШ Сноуденды илдең милли именлеге өсөн мөһим булған мәғлүмәтте законһыҙ рәүештә тапшырыуҙа ғәйепләй. Эквадорҙа уға сәйәси һыйыныу урыны биреү мөмкинлеге хаҡындағы һорауға ил президенты Рафаэль Корреа үҙенең “Твитер”ҙағы битендә былай тип белдерҙе:

 “Беҙ суверенлы дәүләт өсөн ҡулай булған ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий