понедельник, 24 июня 2013 г.

Черногорияла румын автобусы һәләкәткә осраған.


Черногорияла, румын туристик автобусының һәләкәте арҡаһында, кәм тигәндә 16 кеше һәләк булған, 30-ҙан ашыуы тән йәрәхәттәре алған. Ете яралы бик ауыр хәлдә. Бортта йәмғеһе 50 тирәһе кеше булған.
Автобус Черногория баш ҡалаһы Подгорицанан төньяҡҡа табан 30 километр алыҫлыҡта, тар ғына тау шоссеһында һәләкәткә осраған. Был юл Адриатик диңгеҙ буйына алып бара һәм үтә лә хәүефлеләрҙән һанала. Туннелдән сығып, Морача йылғаһы аша һалынған күперҙә автобус кәртәне емерә һәм 40 метр бейеклектән упҡынға ҡолай.
 Урындағы властарҙың мәғлүмәттәре буйынса, был ваҡиға булған саҡта, ул районда дауыллы ел, көслө ямғыр була.
Һәләкәт урынына тиҫтәләгән ҡотҡарыусы ебәрелгән. Яралылар, шулар иҫәбендә бер бала ла бар, баш ҡала дауаханаларына килтерелгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий