воскресенье, 23 июня 2013 г.

“Сүриә дуҫтары”йәшерен рәүештә баш күтәреүселәргә ярҙам итәсәк.


“Сүриә дуҫтары”Сүриә оппозицияһына хәрби ярҙам күрһәтеү хаҡында килеште. Катар премьер-министры һүҙҙәре буйынса,- тап ошо дәүләттең баш ҡалаһы Дохала шәмбе көн 11 дәүләттең тышҡы сәйәси ведомство башлыҡтары осрашыуы булды- конкрет ҡарараҙар ҡабул ителгән, әммә улар сер итеп һаҡлана. Эксперттар уның белдереүен баш күтәреүселәрҙе ҡоралландырыуға табан аҙым рәүешендә ҡабул итте.

“Ғәҙеллек булдырыу өсөн, көс ҡулланырға кәрәк. Ҡорал менән тәьмин итеү һәм уны ҡулланыу тыныслыҡ булдырыуҙың берҙән-бер юлы, был айырыуса Сүриәгә ҡағыла,-”тип белдерҙе Дохала Катар премьеры.

Бындай риторика Рәсәйгә оҡшамай. Бынан алда Мәскәү һәм Вашингтон, Сүриәләге конфликтты тыныс юл менән яйға һалыу өсөн, Женевала икенсегә конференция үткәреү тураһында килешкәйне.

Әммә Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров осрашыуҙың өҙөлөү ихтималлығы хаҡында иҫкәртте:

 “Әгәр маҡсатыбыҙ конференция үткәреү икән, беҙ бәхәстәрҙе һәм, әлбиттә, осошһоҙ зона урынлаштырыу менән бәйле эштәрҙе ҡалдырып торорға тейешбеҙ. Беҙ конфликтлы дебаттарҙан, БМО-ла бер яҡлы резолюцияларҙан ҡасырға тейеш, сөнки улар конференция йыйыу өсөн кәрәкле булған атмосфераны булдырыуға булышлыҡ итмәй.”


Сүриәлә иһә яңы бәрелештәр бара. Дамаскта тимер юл станцияһы утҡа тотолған. Баш күтәреүселәрҙең ҡала ситендәге позицияларына ла һауанан һөжүм яһалған. Ҡорбандар хаҡында хәбәрҙәр алынмаған. БМО мәғлүмәттәре буйынса, Сүриәләге граждандар конфликты башланғаны бирле, 93 000 самаһы кеше һәләк булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий