понедельник, 24 июня 2013 г.

Эдвард Сноуден Эквадорға китәсәкме?


ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден, АҠШ уны йәшерен мәғлүмәттәрҙе таратҡаны өсөн эҙәрлекләй, Эквадорҙан сәйәси һыйыныу урыны һораны. Был турала сит ил эштәре министры хәбәр итте.
Йәкшәмбе көн бортында Сноуден һәм Wikileaks адвокаттары булған Аэрофлот самолеты Гонконгтан Шереметьевоға килде. Ваҡиғаларҙың артабанғы үҫеше хаҡында бер нисә версия бар.
Берәүҙәр Сноуден аэропорт территорияһынан китмәне, сөнки уның Рәсәй транзит визаһы юҡ, тип иҫәпләй, журналистар уны көтөп ала алмағас,  “Һауа экспресы”нда, тип уйлайҙар. Икенсе версия буйынса, уны самолет бортынан уҡ машина менән алып киткәндәр.

Терминал янындағы парковкала торған Эквадор илселеге машиналары ла күп һорауҙар тыуҙырҙы. Шереметьевола күренгән республиканың Мәскәүҙәге илсеһе лә ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре менән осрашырға ниәтләүен әйтте.
Йәкшәмбе Wikileaks twitterында сайт хеҙмәткәрҙәренең Сноуденға имен-аман Гонконгтан китергә һәм “демократик илдә”сәйәси һыйыныр урын табырға ярҙам итеүҙәре тураһында мәғлүмәт күренде. Иҫегеҙгә тшөрәбеҙ: Wikileaksҡа нигеҙ һалыусы Джулиан Ассандж, йәшерен мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа сығарған өсөн, эҙәрлекләнә һәм бер йыл инде Лондондағы Эквадор илселеген ҡалдырып китә алмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий