среда, 26 июня 2013 г.

Конгресс яҡламаһа ла, Обама климаттың үҙгәреүенә ҡаршы көрәшәсәк.


АҠШ президенты Барак Обама шишәмбе көн Джорджтаун университетында климаттың үҙгәреүенә ҡаршы масштаблы планы менән таныштырҙы. Унда президент меморандумы рәүешендәге инициативалары урын алған, ә был иһә конгрестың ҡаршылығын урап үтергә мөмкинлек бирә. Ул закон сығарыусыларға һәм республика оппозицияһына белдереү ҙә- президент уларҙың яҡлауын көтөп тормаясаҡ.
“Президент, атай һәм американлы булараҡ шуны әйтәм:”Беҙ эшләргә тейеш!” Түбән углеродлы таҙа энергияға нигеҙләнгән экономика артабан үҫеш һәм прогресс двигателенә әүерелергә мөмкин, мин Американың шундай двигатель төҙөүен теләйем. Американың киләсәге хәҙер, тап бында, Ҡушма Штаттарҙа төҙөлөүен теләйем,-”тине Обама.
Уның планы (АҠШ тарихында тәүге тапҡыр) күбеһенсә күмер менән эшләгән электростанцияларҙың атмосфераға углекислый газ бүлеп сығарыуына федераль нормалар индереүҙе күҙ уңында тота. Был нормалар 2015 йылдың уртаһында раҫланырға тейеш.
Экология ойошмалары президенттың башланғысын хупланы, әммә күмер сәнәғәте һәм урындағы оппозиция  үтә лә ҡаршы. Уларҙың уйынса, бындай сикләүҙәр  сәнәғәт өсөн көс еткеһеҙ йөк буласаҡ. Ә республиканлылар фракцияһы башлығы Обаманың планын “бөтөнләй аҡылға һыймаған”тип атаны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий