среда, 26 июня 2013 г.

Дуҫлыҡ буйынса экстрадиция: АҠШ Рәсәйҙе Сноуденды бирергә өгөтләй.


Вашингтон Эдвард Сноуденды экстрадициялау мәсьәләһендә Мәскәүгә баҫым яһау юлдарын эҙләй. АҠШ йәшерен документтарҙы халыҡҡа сығарыуҙа ғәйепләгән ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре йәкшәмбе Гонкогтан Шереметьевоға килеп төштө. Рәсми версия буйынса, был ваҡыт арауығында ул аэропорттың транзит зонаһында булған. Президент Владимир Путиндың һүҙҙәре буйынса, Рәсәй уны Америкаға тапшыра алмай, сөнки илдәр араһында быға ярашлы махсус килешеү юҡ. Әйтеүенсә, ул был ваҡиғаға ҡыҫылмай, уның менән ФБР һәм ФСБ шөғөлләнергә тейеш. Рәсәйҙең ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары, ведомстволағы аноним сығанаҡҡа таянып, бындай һөйләшеүҙәрҙең барыуы хаҡында хәбәр итә.
АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Керри Мәскәү мөнәсәбәттәрҙе боҙорға тырышмаясаҡ, тип өмөтләнә:
”Экстрадиция хаҡында килешеү юҡ, әммә бойондороҡһоҙ дәүләттәр араһындағы тәртип  нормалары бар. Беҙ Рәсәйҙәге дуҫтарыбыҙҙы шуға саҡырабыҙ: уларҙың партнеры, БМО Именлек Советының даими ағзаһы хоҡуҡ системаһы сиктәрендә, ғәҙел хөкөм тантана итһен өсөн, нормаль һорау менән мөрәжәғәт итте”.
Элегерәк Керри, һуңғы ике йыл эсендә Америка властарының Рәсәйгә енәйәтселәрҙе тотоп биреүҙә ярҙамлашыуын иҫкә төшөрөп, шундай уҡ яуап көтөүен әйткәйне.
Сноуден сәйәси һыйыныу урыны һораған Эквадорға ҡарата ла АҠШ-тың тоны ҡатылана бара. Әле Эквадоҙа Сноудендың һорауы ҡарала. Эквадор эксперты Патрисия де ла Торре һүҙҙәре буйынса, яуап ыңғай булған хәлдә, эш янауҙар менән генә бөтмәйәсәк:
”Әлбиттә, АҠШ үҙ контролен булдырасаҡ. Иҡтисади санкциялар булыуы ла ихтимал. Эквадор хөкүмәте хәлде өйрәнә һәм ҡарарының эҙемтәләрен баһалай, тип уйлайым.”
Эквадорҙың АҠШ менән ҡаршылыҡҡа килеүе тәүге тапҡыр ғына түгел. Америкаға ҡаршы риторикаһы менән билдәле булған илдең президенты Рафаэль Коррера уҙған йыл Wikileaksҡа нигеҙ һалыусы Джулиан Ассанжҡа сәйәси һыйыныу урыны биргәйне инде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий