четверг, 27 июня 2013 г.

Австралия һәм Япония киттар арҡаһында асыуланыша.


Кит аулау һунары Канберра һәм Токионы талаштырҙы. Гаага Халыҡ-ара суды Австралияның Японияға ҡарата диңгеҙ һөтимәрҙәренә законһыҙ коммерция һунары буйынса дәғүәһен ҡарай башланы. Японияның белдереүенсә, ул, фәнни маҡсаттарҙа һунар менән шөғөлләнеп, законлы эш итә. Дәғүәсенең раҫлауынса, Токио кит аулау регуляцияһы буйынса Халыҡ-ара конвенцияны һәм диңгеҙ һөтимәрҙәрен, диңгеҙ мөхитен һаҡлау буйынса йөкләмәләрҙе боҙа:
“Юғары суд инстанцияһы Австралия иҡтисади зонаһында антарктик киттарҙы аулауҙы тыйыусы йәшәп килгән закондар һәм килешеүҙәр файҙаһына ҡарар ҡабул итер, тип ышанабыҙ. Был киттар юҡҡа сығыу алдында торған биологик төрҙәр иҫәбендә.”
1986 йылдан Киттарҙы аулау буйынса Халыҡ-ара комиссия киттар һунарына мораторий ҡабул итте. Әммә ул “фәнни маҡсаттарҙағы” һунарҙы тыймай, Япония иһә бының менән бик оҫта файҙалана. Уның кит аулау суднолары ғилми-тикшеренеү институтына ҡарай. Япония үҙенең киттарҙы ауларға хоҡуғы барлығын яҡларға, уның законлы булыуын иҫбатларға ниәтләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий