четверг, 27 июня 2013 г.

Мысыр яңы революция алдында торамы?


Шаршамбы Мысырҙа оппозицияның күп халыҡ ҡатнашлығындағы сығыштары алдынан хәлдәр көсөргәнешле тора. Ҡаһирәнең төньяғындағы Әл-Мансур ҡалаһында Мөхәммәт Мөрси яҡлылар һәм уға ҡаршы булғандарҙың бәрелешендә, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, берҙән алып бишкә ҡәҙәр кеше үлгән, 200-ҙән ашыуы тән йәрәхәттәре алған.
Ҡаршылыҡ акциялары 30 июнгә, Мөрси бер йыл элек үҙ вазифаһын үтәй башлаған көнгә тәғәйенләнгән.
Ҡаһирә кешеһе һөйләй:
 “Мысырлылар илдәге хәлдәрҙе үҙгәртер, 25  ғинуар революцияһынан һуңғы йәмғиәттәге бүленеште бөтөрөр өсөн, урамдарға сығасаҡ. Улар динде үҙ яғын ҡайырыусылар файҙаланыуын теләмәй һәм  мәҙәниәтте эҙәрлекләүҙе туҡтатыуҙы һәм дин тотоу иреклеген булдырыуҙы талап итә.”
Оппозиция Мөрсиҙең кисекмәҫтән отставкаға сығыуын талап итеүсе ғариза аҫтына 15 миллион ҡултамға йыйыуға ирешкән. Күҙәтеүселәр шуға хәүефләнә: илдәге туҡтауһыҙ тәртипһеҙлектәр граждандар һуғышына әүерелеп китеүе ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий