четверг, 27 июня 2013 г.

Сноуден “һалҡын һуғыш”заманын иҫкә төшөрҙө.


 Гонконг, икенсе төрлө әйткәндә, Ҡытай, Мәскәү, Эквадор һәм Куба- теләпме, теләмәйме, Эдвард Сноуден үҙ маршруты өсөн ошо илдәрҙе һайлаған, ул илдәрҙе АҠШ-тың союздаштары тип әйтеү ҡыйын. Гонконг властары Сноуденды тотҡарламаҫҡа булды. Эквадор үҙенә ҡабул итергә йыйына, Рәсәй президенты Владимир Путин транзит пассажирын тотҡарлау һәм экстрадициялау өсөн сәбәптәр күрмәй:

“Рәсәйгә ҡағылышлы теләһә ниндәй ғәйепләүҙәр- мәғәнәһеҙлек һәм буш һүҙ. Беҙ сит илдәрҙең граждандарын тейешле халыҡ-ара килешеү булғанда ғына тотоп бирә алабыҙ. Партнерҙарыбыҙ беҙҙе аңлар, тип өмөтләнәм.”

АҠШ, әлбиттә, бындай позицияны ҡабул итергә әҙер түгел. АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Керриҙың яуабында йәне көйөүе һиҙелеп тора:

”Милләт, суверенлы дәүләт булараҡ, Рәсәй башҡа илдә законды боҙған, ҡануниәттең халыҡ-ара стандарттарына ярашлы хөкөмдән ҡасҡан кешене ҡасырып ятҡырырға теләмәҫ, тип уйлайбыҙ. ”
Һалҡын һуғыш заманында ҡапма-ҡаршы торған яҡтар, күп һанлы ҡытыршылыҡтарға ҡарамай, дуҫтарса мөнәсәбәттә булырға тырыша. АҠШ һәм Ҡытай мөнәсәбәттәре лә шундай уҡ. Тик ваҡиғалар шуны күрһәтеп тора: Вашингтон “Көнбайыштың дошманы”тип атаған кешене тотоп биреүҙә Мәскәү һәм Пекин ярҙам итергә теләмәй.

  “Америкаға бик үк иҫәпләшмәүебеҙҙе күрһәтеү- “Һалҡын һуғыш”тың төп принцибына барып нигеҙләнә:”Һеҙҙең хөкүмәттең дошманы- беҙҙең дуҫ.” Рәсәй администрацияһы ул ҡәҙәр тәрәнгә кермәне, тик беҙ алда ни булырын белмәйбеҙ. Нисек кенә булһа ла, был  Америка президентына күңелһеҙлектәрҙе арттырҙы һәм быға бында шатланалар кеүек күрәм”,-ти Мәскәүҙәге Карнеги үҙәге хеҙмәткәре Маша Липман.


Ни генә тимә, Америка Милли именлек ведомствоһының элекке хеҙмәткәре, махсус хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡарата асыу тыуҙырып, демократик Американың имиджын ҡаҡшатты ғына түгел, теләпме, теләмәйме “Һалҡын һуғыш”осоро иблистәрен дә уятты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий