пятница, 28 июня 2013 г.

Евроберләшмә саммиты: йәштәрҙе эшһеҙлектән нисек ҡотҡарырға?


Брюсселдә кесаҙна көн Европа илдәренең финанс һәм социаль проблемаларына, айырым алғанда, йәштәр араһында эшһеҙлектең юғары кимәлдә булыуына бағышланған Евроберләшмәнең ике көнлөк саммиты башланды.
Осрашыуҙы асҡанда Евроберләшмә президенты Херман Ван Ромпёй шуны билдәләп үтте: йәш европалыларға ярҙам итеү өсөн, бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға кәрәк. Йәштәрҙе ҡотҡарыу өсөн 6 миллиард евро бүленгән. Уның бер өлөшө йәш европалыларҙы эшкә урынлаштырыу программаһына бүленәсәк. Херман Ван Ромпёй был аҡсаларҙы йәштәргә эш урындары булдырыуға файҙаланырға тәҡдим итә. Әлеге мәлдә Евроберләшмәлә 25 йәшкә ҡәҙәр 6 миллион эшһеҙ бар.
Саммитта шулай уҡ валюта-иҡтисад союзының перспективалары һәм евро зонаһының банк союзын төҙөү мәсьәләләре лә ҡараласаҡ. Осрашыуҙа бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы предприятияларҙы осһоҙ кредиттар менән тәьмин итергә тейешле “Евроберләшмә өсөн инвестиция планы”ла раҫланыуы ла ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий