пятница, 28 июня 2013 г.

Интерпол 10 000 виртуаль аптеканы япҡан.


Киң масштаблы операция һөҙөмтәһендә, Интерпол дөйөм хаҡы 30 миллион евронан артып киткән ялған дарыуҙар тартып алған. Уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡулланыу үлемгә алып килеүе мөмкин.
Фармацевтар бындай дарыуҙарҙы алыуҙың үтә лә хәүефле булыуы хаҡында иҫкәртә:
“Йыш ҡына кешеләр, врач менән проблемалары хаҡында һөйләшергә оялып, дарыуҙарҙы интернет-сайттарҙа һатып ала. Был осраҡта уларҙың сифатын берәү ҙә гарантиялай алмай”.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, глобаль селтәр аша таратылған 50-нән 80 процентҡа ҡәҙәр медикаменттар - ялған тауар. Интерпол 99 илдә үткәргән операция барышында 58 кеше ҡулға алынған.
Алин Плансон, ялған медикаменттар менән көрәш бүлеге етәксеһе:
“10 000 мең самаһы сайт ябылды, 10 миллион ҡап ялған тарыуҙар тартып алынды.”
Атикур Рахман Меах, эксперт:
“Тикшереүҙәр шуны күрһәтә: ялған препараттарҙа актив ингредиенттар юҡ, йәки улар бик әҙ, йәки унда бөтөнләй башҡа матдәләр.”
Ялған медикаменттарҙы һатыуҙан алынған килем наркотиктарҙы һатыуҙан да отошлораҡ булып сыҡҡан. Донъя баҙарында ялған дарыуҙарҙың өлөшө -10 % самаһы. 2010 йылда енәйәтселәр, ялған дарыуҙар һатып, 58 миллиард евро аҡса эшләгән. Енәйәтсе, 1000 евро тотоноп, геороин һатыуҙан 20 мең евро аҡса эшләй, ә ялған медикаменттарҙан- 400 мең евро.
Лиондан euronews хәбәрсеһе Лоранс Александрович хәбәр итә:
 “Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәттәре буйынса, сифат контроле булған илдәрҙә ялған дарыуҙар өлөшө 1% тәшкил итә. Көньяҡ Америка һәм Африка континенты кеүек башҡа континенттарҙа ялған дарыуҙарҙың өлөшө 30 процентҡа барып етә.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий