понедельник, 1 июля 2013 г.

Путин “гей-пропаганда”ны тыйыу хаҡындағы законға ҡул ҡуйҙы.


Рәсәй президенты Владимир Путин “Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән яҡлау  хаҡында”ғы законға ҡул ҡуйҙы. Яңы документ “Бәлиғ булмағандар араһында традицион булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе пропагандалауҙы” тыя. Уны боҙоусыларға штраф һалынасаҡ- айырым әҙәмдәргә 5 меңгә ҡәҙәр, юридик шәхестәргә-1  миллионға ҡәҙәр. Әгәр пропаганда киң мәғлүмәт саралары йәки интернет аша таратылһа, сумма ҡырҡа күтәрелә.


Элегерәк Рәсәйҙең бер нисә субъекты региональ кимәлдә ошоға оҡшаш закон ҡабул иткәйне. Бөтә был документтар Рәсәй һәм сит ил “хоҡуҡ һаҡлаусылары” тарафынан ҡырҡа тәнҡитләнә. Уларҙың фекере буйынса, “пропаганда”һәм “традицион мөнәсәбәттәр”төшөнсәләре аныҡ түгел, тигеҙлек принцибын боҙа һәм Рәсәй Конституцияһына һәм РФ-ның кеше хоҡуҡтары өлкәһендәге халыҡ-ара йөкләмәләренә ҡаршы килә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий