АҠШ махсус
хеҙмәттәренең ябай граждандарҙың ғына түгел, дипломаттарҙың һәм Евроберләшмә
етәкселәренең дә телефондан һөйләшеүҙәрен тыңлауҙары хаҡында хәбәр
Евроберләшмәлә шау-шыу тыуҙырҙы. Германия бының буйынса Ҡушма Штаттарҙан
кисекмәҫтән аңлатма биреүҙе талап итте. Немецтарҙың “Шпигель”журналы
сайттарында АҠШ-тағы Евроберләшмә вәкиллектәрендә тыңлау өсөн ҡоролмалар
ҡуйылыуы хаҡында информация баҫылып сыҡты. Баҫманың журналистары был турала
мәғлүмәттәрҙе ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноудендан алған. Уларҙың ҡулына
ингән документтар буйынса, АҠШ ай һайын Германиялағы 500 миллионға ҡәҙәр
телефон һәм интернет бәйләнешен аңдып тора. Был илдәге электрон күҙәтеү
масштабы Ҡытай, Ирак һәм Сәғүд Ғәрәбстанынан һис тә ҡалышмай.
Европарламент башлығы
Мартин Шульц белдереүенсә, “әгәр был мәғлүмәт раҫланһа, ғәләмәт ҙур ғауға
ҡубасаҡ.”
Америка властары әлегә был ваҡиғаға бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий