понедельник, 1 июля 2013 г.

Аризонала, янғын һүндергән саҡта, 19 кеше һәләк булған.


Аризонала йәкшәмбе көн 19 янғын һүндереүсе ут менән көрәшеп һәләк булған. Уҙған йома урман янғыны Ярнелл ҡалаһына бәреп ингән һәм көн элгәре бик ҙур ҡурҡыныс тыуҙырған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ут менән көрәшеп, 20-нән ашыу янғын һүндереүсе зыян күргән, шуларҙың 8-е үтә лә ауыр хәлдә. Штаттың властары ярҙам һорап федераль хөкүмәткә мөрәжәғәт иткән.
Ут, икегә бүлеп, бәтә Ярнелл ҡаласығын тиерлек ялмап алған. 250 бина юҡҡа сыҡҡан. Урындағы халыҡ эвакуацияланған, зыян күреүселәр тураһында хәбәрҙәр юҡ.
Янғын һүндереүселәрҙең нисек һәләк булыуы асыҡлана. 2001 йылдың 11 сентябренән бирле, Америка янғын һүндереү хеҙмәтенең иң ҙур юғалтыуы был.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, янғын ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында килеп сыҡҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий