вторник, 2 июля 2013 г.

Сноуден Рәсәйҙән һыйыныу урыны һораған үтенесен кире алған.


Шишәмбе Норвегия, Польша, Италия властары ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноудендың сәйәси һыйыныр урын үтенесе менән мөрәжәғәт итеүен раҫланы. Сноудендың кәм тигәндә 15 ил власына ебәрелгән хатының йөкмәткеһе билдәле түгел. Ул АҠШ-тан Гонконгҡа ҡасҡан, унан- Мәскәүгә һәм әле ул аэропорттың транзит зонаһында.
АҠШ махсус хеҙмәттәренең йәшерен электрон күҙәтеү программалары хаҡындағы мәғлүмәттәрен халыҡҡа сығарған Сноуденды тотоп биреүҙе талап итә, шуға бәйле рәүештә Америка властары уның халыҡ-ара паспортын ғәмәлдән сығарҙы.
Бынан алдараҡ Владимир Путин Сноудендың Рәсәйҙә ҡалыу теләгенә аңлатма бирҙе:
“Әгәр ул бында ҡалырға теләһә, бер шарт бар: ул беҙҙең Америкалағы партнерҙарыбыҙға зыян килтереүҙән туҡтарға тейеш.”

Шишәмбе президенттың матбуғат сәркәтибе шул турала белдергән: Путиндың һүҙҙәренән һуң, Сноуден Рәсәйҙә һыйыныр урын һораған үтенесен кире алған. Брунейҙағы һөйләшеүҙәр барышында сит ил эштәр министры Сергей Лавров һәм АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Керри ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден мәсьәләһе хаҡында һүҙ ҡуҙғатмаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий