вторник, 2 июля 2013 г.

Мысыр: оппозиция яңы ҡаршылыҡ акцияһына саҡыра.


Ҡаһирәлә демонстранттар Таһрир майҙанынан китмәй, улар халыҡты шишәмбе кис президент Мөрсигә ҡаршы яңы ҙур митингҡа йыйылырға саҡыра. Мөрси, хәбәр итеүҙәренсә, ҡораллы көстәргә һәм полицияға провокацияларҙан яҡлауҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Мөрси канцелярияһы иһә армия ультиматумын кире ҡаҡҡан. Дүшәмбе көн хәрбиҙәр, ҡаршылыҡтарын яйға һалыу өсөн, илдең сәйәси көстәренә 48 сәғәт биргәйне. Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе хәрбиҙәрҙең белдереүен хупланы:

“Ул кешеләргә өмөт бирҙе, улар армияның үҙҙәре менән икәнен, революцияның элеккесә көслө булыуын тоя. Кешеләр баш күтәрҙе.”

“Хөкүмәттең бөтә министрҙары отставкаға китергә тейеш. Хишам Кандиль һәм уның министрҙары киткәс, Мөрси бер үҙе ҡаласаҡ.”


Шул уҡ ваҡытта, хәбәр итеүҙәренсә, оппозиция хәрби түңкәрелешкә ҡаршы. Мысырҙың сит ил эштәре министры ҡәтғи рәүештә үҙ посынан китергә ҡарар иткән. Мәғлүмәттәр дипломатик сығанаҡтарҙан алынған. Мөхәммәт Камил Али Амр хөкүмәттән китергә теләгән министрҙар исемлеген тулыландырҙы.

 Бөгөн кассацион суд элекке генпрокурорҙы үҙ вазифаһында ҡалдырҙы. Аналитиктар быны ил етәкселегендәге “Мосолман туғандар”позицияларына һөжүм һымаҡ ҡабул итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий