АҠШ властары тарафынан
эҙәрлекләнгән ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре Сноуден Рәсәйҙә ҡалыу уйынан баш
тартты. Бындай ҡарарҙы ул президент Владимир Путиндың уға һыйыныр урынды АҠШ-ҡа
зыян килтереүҙән туҡтаһа ғына биреләсәге тураһындағы һүҙҙәренән һуң алды.
Көн элгәре Сноуден 15 илдең
властарына сәйәси һыйыныу урын һорап мөрәжәғәт итте. Гонконгтан килгәндән һуң,
ул әле Мәскәүҙең Шереметьево аэропортындағы транзит зонаһында.
Сноудендың үтенесен
раҫлаған Норвегия властары вәкиленең һүҙҙәре буйынса, теоретик рәүештә АҠШ
ҡасҡыны Норвегияға инер өсөн рөхсәт ала алыр ине, тик әлеге ваҡытта Сноуденға
һыйыныр урын бирер өсөн етди сәйәси сәбәптәр юҡ.
АҠШ махсус
хеҙмәттәрҙең йәшерен электрон күҙәтеү программалары хаҡында мәғлүмәтте халыҡҡа
еткергән ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәрен тотоп биреүҙәрен талап итә һәм шуға бәйле
Эдвард Сноудендың халыҡ-ара паспортын ғәмәлдән сығарҙы.
Шишәмбе Сноудендың
үтенесен алған ҡайһы бер илдәр американлының хаты формаль талаптарға яуап бирмәүе,
ә уның үтенесе буйынса ҡарар шәхсән үҙе мөрәжәғәт иткәндә генә сығарыласағы
хаҡында белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий