среда, 3 июля 2013 г.

Дәүләт Думаһы иҡтисади амнистия иғлан итте.


Дәүләт Думаһы иҡтисади енәйәттәргә амнистия иғлан итте. Документ бер тауыштан ҡабул ителде, тип әйтергә мөмкин.
Амнистия буйынса 13 мең эшҡыуарҙың яртыһы самаһы иреккә сығасаҡ. Уларҙың хөкөмгә тартылыуы юҡҡа сығарыласаҡ, улар йәнә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә аласаҡ.
21 июндә, Петербург иҡтисад форумында сығыш яһап, президент Путин иҡтисад амнистияһының  граждандарҙың бизнесҡа ышанысын арттырасағы тураһында белдерҙе.
Закон буйынса, тәүге тапҡыр хөкөм ителеүселәр иреккә сығасаҡ.
Михаил Ходорковскийға был закон ҡағылмай, сөнки ул икенсе эш буйынса ултыра.
Енәйәтте көс ҡулланып эшләүселәргә лә был закон ҡағылмай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий