среда, 3 июля 2013 г.

Украина: властың язаға тарттырылмауы болаларға алып килә.


 2 июнгә ҡараған төндә Николаев өлкәһе Врадиевка  район үҙәгенең бер нисә йөҙ кешеһе, урындағы хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең бер ҡыҙҙы вәхшиҙәрсә көсләүен һәм туҡмауын тикшереүҙе талап итеп, урындағы милиция бүлегенә һөжүм иткән. Зыян күреүсе биргән мәғлүмәттәргә ҡарамай, шау-шыу тыуҙырған енәйәттә ҡатнашыусылар иректә йөрөгән, өлкәнең һәм райондың эске эштәр бүлеге етәкселеге бер ниндәй ҙә сара күрмәгән:

Улар милиционер ине, мин уларҙы таныным, сөнки шул уҡ ҡасабала йәшәйем. Бығаса улар менән һис ҡасан һөйләшкәнем булманы, әммә милиционер икәнлектәрен беләм, сөнки ошонда йәшәйем.”

“Тәртип һағында тороусыларҙың”үҙ граждандары менән шулай вәхшиҙәрсә ҡыланыштары  тәүгеһе генә түгел. Бер йыл элек 18 йәшлек Оксана Макарҙың үлтерелеүе илде шаҡ ҡатырҙы, унда ла енәйәтселәрҙе тәүҙә азат иткәйнеләр.

Киевта, президент администрацияһы бинаһы алдында, “милицияның көс ҡулланыуы һәм коррупцияһы”на ҡаршы пикет ойошторолдо:

“Бөгөн- Врадиевка. Иртәгә- бөтә Украина. Миңә ҡалһа, беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ- үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлау, әгәр беҙ ауыҙҙы йомоп ҡалһаҡ, улар беҙҙе берәмләп иҙәсәк.”

Украина президенты Виктор Янукович тәртипһеҙлектәргә килтергән был хәлде тикшереүҙе үҙ контроле аҫтына алды.


Парламент оппозицияһы эске эштәр министрының отставкаға китеүен талап итте, сөнки уның етәкселеге аҫтындағы хоҡуҡ һаҡлау системаһы, коррупция һәм милиционерҙарҙың енәйәттәрҙә ҡатнашыуы арҡаһында, граждандарҙың ышанысын юғалта бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий