четверг, 4 июля 2013 г.

Адли Мансур Мысырҙың ваҡытлы президенты вазифаһын үтәй.


Адли Мансур  Мысырҙың ваҡытлы президенты вазифаһын үтәй.
Кесаҙна Мысырҙың Юғары конституцион суды башлығы Адли Мансур хөкүмәттең ваҡытлыса башлығы сифатында присяга ҡабул итте.
 Көн элгәре, байтаҡ көндәр барған күп халыҡ ҡатнашлығындағы сығыштарҙан һуң, Мысырҙың оборона министры Әбдел Фаттах ас-Сиси президент Мөрсиҙең президент вәкәләттәренән мәхрүм ителеүе, конституция көсөнөң туҡтатылып тороуы, технократтар хөкүмәтен һәм илдең төп законына төҙәтмәләр индереү өсөн комитет төҙөлөүе хаҡында белдерҙе. Хәрбиҙәр Мысырҙың ваҡытлы хөкүмәт башында оҙаҡҡа ҡалырға ниәтләмәүҙәре һәм илдә оҙаҡламай ваҡтынан алда һайлауҙар буласағы тураһында белдерә.
Мөхәммәт Мөрсиҙең отставкаға китеүен талап иткән Мысыр оппозицияһы байрам итә. Президентты иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә булдыҡһыҙ булыуҙа, авторитар идара итеүҙә һәм илде исламлаштырырға йыйыныуҙа ғәйепләйҙәр.
Мөрси армияның эшмәкәрлеген “хәрби түңкәрелеш” тип атаны да һәм һаман да һайланған Мысыр президенты булып ҡалыуын белдерҙе.
Байрам итеү Мөрсигә ҡаршы булғандар һәм уның яҡлыларҙың аяуһыҙ бәрелеше менән бергә барҙы. 14 кеше сыуалыштарҙың ҡорбаны булды, 300-ҙән ашыуы тән йәрәхәттәре алды.

Күҙәтеүселәрҙең фекере буйынса, Мысырҙа оҙайлы тотороҡһоҙ осор башлана. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий