четверг, 4 июля 2013 г.

Сеул һәм Пхеньян яҡыная.


Сеул Пхеньянға Кэсон индустриаль комплексында эште ҡайтанан башлау хаҡында һөйләшеүҙәр башларға тәҡдим итте. Был хәл көн элгәре Төньяҡ Корея властары көньяҡ күршеһе менән тура бәйләнеш булдырып, Көньяҡ Корея эшҡыуарҙарына апрель башында көньяҡ һәм төньяҡ араһында аралар ҡырҡыулашыу арҡаһында ябылған  индустриаль зонаға инергә рөхсәт биргәндән һуң булды.
“Хәҙер беҙ Кэсон индустриаль комплексында ҡоролмаларҙы тикшерә һәм ҡайтанан эш башлау шарттары хаҡында һөйләшә алабыҙ. Яҡын арала хәлдәр яйға һалыныр, тип өмөтләнәм,-”тип белдерҙе Корея Республикаһының берләшеү министрлығы вәкиле Ким Ханг-Сак.
Сәнәғәт комплексы- ике Кореяның иҡтисади хеҙмәттәшлек символы- КХДР территорияһында демилитаризация зонаһынан 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Бында Көньяҡ Кореяның 123 компанияһы кейем-һалым, һауыт-һаба, сәғәттәр һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары етештерә. Унда 50 меңдән ашыу Төньяҡ Корея эшсеһе эшләй.



Комментариев нет:

Отправить комментарий