пятница, 5 июля 2013 г.

Латин Америкаһы ғәфү үтенеүҙе талап итә.



Көньяҡ Америка Боливия президенты Эво Моралесты яҡлап сығыш яһаны. Латин Америкаһы лидерҙары, Рәсәйҙән ҡайтып килгән Моралестың самолеты менән булған ваҡиға өсөн, Европанан ғәфү үтенеүҙе талап итте. Моралес үҙе илендәге АҠШ илселеген ябыу менән янаны. Был һәм башҡа белдереүҙәр Боливияның Кочабамба ҡалаһында ашығыс рәүештә үткәрелгән Көньяҡ Америка милләттәре союзы йыйылышында яңғыраны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Франция, Португалия, Италия һәм Испания үҙҙәренең һауа киңлектәрен япҡанлыҡтан, Моралестың самолеты Венала туҡталырға мәжбүр булғайны. ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден самолет бортында тигән шик быға сәбәпсе булған.
Аргентина президенты Кристина Фернандес де Киршнер шул арҡала байтаҡ хөкүмәттәрҙең разведкаға һәм шпионажға түккән ҙур-ҙур сығымдарҙы елгә осоуы хаҡында шаяртып алған. Уның һүҙҙәре буйынса, Европаның махсус хеҙмәттәре бортта Эдвард Сноуден бар тип, Европаның махсус хеҙмәттәре үҙҙәренең министрҙар кабинеттарына ялған мәғлүмәт биргәндәр.
Боливия президенты АҠШ-ты, уның лайнерына юлды ябыуҙы талап итеп, Европа илдәренә баҫым яһауы өсөн ғәйепләне. Боливияның ябай халҡы ла үҙҙәренең асыуын белдерҙе- ҡаршылыҡ акцияһы Сан Крус ҡалаһындағы АҠШ консуллығы бинаһы алдында үтте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий