Европалағы һәләкәтле
ташҡындар 12 кешенең ғүмерен өҙҙө лә инде. Германияла ҡотҡарыусылар, хәрбиҙәр
һәм үҙ теләге менән ҡотҡарыу эшенә керешеүселәр Саксония-Анхальт, Саксония,
Тюрингия һәм Бавария федераль ерҙәрендә ташҡындар менән көрәште дауам итә.
Эльбала һыу кимәленең даими артыуы арҡаһында, башҡа ерҙәргә лә—Бранденбург, Мекленбург-Алдағы Померанияға ла хәүеф янай.
ФГР канцлеры Меркель 5
быуат эсендәге иң ҡеүәтле һыу баҫыуҙы кисергән Пассау ҡалаһында булды. Канцлер
хөкүмәттең Бавария федераль ерендәге тәбиғәт ҡазаһынан зыян күреүселәргә ярҙам
йөҙөнән 50 миллион евро бүләсәге хаҡында әйтте.
Австрияла, көслө ташҡындар
арҡаһында, бер нисә йөҙ кеше өйҙәрен ташлап китергә мәжбүр буды, илдең
көньяҡ-көнбайышында поездар хәрәкәте туҡталды. Ташҡындар Польша һәм Швейцарияны
ла урап уҙманы. Венгрия һәм Словакия ла һыу баҫыу ҡурҡынысы алдында тора.
Киевта ла хәлдәр
шәптән түгел. Ҡойма ямғырҙарҙан һуң, Украина баш ҡалаһының ҡайһы бер райондарын
һыу баҫты. Өлөшләтә Бровар проспекты, “Черниговская”, “Левобережная” һәм
“Дарница”метролары тирәһендәге урамдар һыу аҫтында ҡалды. Шаһиттарҙың
һөйләүенсә, ҡайһы бер урындарҙа һыу кимәле метр ярымға ҡәҙәр күтәрелгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий