среда, 5 июня 2013 г.

Төрөктәр власть һәм демонстранттар араһындағы конфликттың хәл ителеүенә ышана.


Шишәмбелә Стамбулдың Бешикташ районында урамдарҙа һәм майҙандарҙа булған  сыуалыштарҙы бер нәмә лә хәтерләтмәй. Премьер-министрҙың штаб-фатиры ошо кварталда урынлашҡан, уны боласыл Таксим майҙанынан өс саҡрым тирәһе генә айыра. Кешеләрҙең һәр ҡайһыһының үҙ эше. Автомобиль хәрәкәте лә ҡәҙимгесә. Бер нисә полицейский ғәҙәти ҡала пейзажын күҙәтә.
“Евроньюс”хәбәрсеһе ҡала кешеләре менән булып үткән ваҡиғалар хаҡында һөйләште:
Беҙ демократик ил. Беҙ Ливияла ла, Мысырҙа ла түгел. Беҙ түңкәрелештәр теләмәйбеҙ. Сәйәсмәндәр һайлауҙарға бәйле киләләр ҙә китәләр. Беҙ ҙә быны яҡшы аңлап торабыҙ, киң мәғлүмәт саралары ла яҡшы аңлай. Артабан да ошолай дауам итәсәк. Башҡаса юл юҡ. Демократия булғанда, бындай инциденттар ҡотолғоһоҙ.”
Бора Байрактар, “Евроньюс”:
“Тап ошонда, премьер-министр офисы янында полиция һәм ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар бәрелеште. Әйтергә кәрәк, полицейскийҙар әле лә бында әҙ түгел. Улар ике яҡтың килешеүен, сыуалыштарҙың бөтөүен көтә, тик тормош үҙ яйына ҡайтты буғай.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий