вторник, 4 июня 2013 г.

Дошманға булышыусымы әллә хәҡиҡәтте яҡлаусымы?


АҠШ-та шпионлыҡта һәм дошманға булышыуҙа ғәйепләнгән Америка хәрби хеҙмәткәре Брэдли Мэннинг өҫтөнән суд процесы башланды. Тап беренсе класс рядовойы Мэннинг WikiLeaks порталына йөҙҙәрсә мең йәшерен сәйәси һәм хәрби документтарҙы биргән һәм ул мәғлүмәттәр менән, мәрхүм Усама бен Ладенды ла индереп, террористар файҙаланған, тип иҫәпләй тәфтиш.
Мэннинг иһә шуға ныҡлы ышана: уның эшмәкәрлеге йәмәғәтселектең иғтибарын АҠШ-тың тышҡы сәйәсәте һәм ҡораллы көстәре проблемаларына йәлеп итергә ярҙам итәсәк. Суд эше барған Форд-Мид комплексына килгән уның яҡлы кешеләр ҙә шул фекерҙә.
“Минең уйымса, Ирак һуғышының тамамланыуына Мэннингтан да күберәк өлөш индергән кеше юҡ; ул вертолетчиктарҙың бала-сағаны, журналистарҙы, тыныс халыҡты атыуын баҫтырып сығарҙы- ул кадрҙар бөтә донъяны шаҡ ҡатырҙы. ”
“Бөтәһен дә дөрөҫ эшләгән, тип уйлайым. Ул тейешен башҡарған- хәрби енәйәттәр хаҡында хәбәр иткән.”
Мэннинг 22 пункттан торған ғәйепләүҙәрҙең унауһын таныған, уны ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал.
Беҙҙең АҠШ-тағы үҙ хәбәрсебеҙ Штефан Гробе хәбәр итә:
“Брэдли Мэннингты, ваҡытынан алда иреккә сығыу хоҡуғынан мәхрүм итеп, ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыуҙары мөмкин. Әммә Америка хөкүмәтенә лә ышаныс юғаласаҡ. Күптән түгел булған ғауғалар менән бергә әлеге трибунал Барак Обама администрацияһына ышанысты йәнә ҡаҡшата.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий