вторник, 4 июня 2013 г.

Рәсәй-Евроберләшмә саммиты.


Ярты йыл элек Брюсселдәге Евроберләшмә-Рәсәй саммитында ҡатнашыусылар Екатеринбургҡа ике көнлөк осрашыуға йыйылды. Унда Сүриә конфликты буйынса ҡаршылыҡтар күренеүе ихтимал. Евроберләшмә оппозицияның ҡоралланыуы өсөн кәртәләрҙе алып ташланы, ә Мәскәү Дамаск режимын зенит ракеталары менән ҡоралландырырға уйлай.
Рәсәй һәм Ҡушма Штаттар Женевала уҙған йылдың июлендәгегә оҡшаш Сүриә буйынса конференция йыя.

Еврокомиссия вәкиле шуны аңғартты:  ЕБ Сүриәне ҡорал менән тәьмин итеү буйынса барған бәхәстәргә икенсе Женева конференцияһын үткәрергә ҡамасауларға юл ҡуймаясаҡ.

“Евроберләшмә Рәсәй-Америка инициативаһын яҡлап сыҡты,- тине Майя Коциянчич.-Беҙҙең уйыбыҙса, бөтә көс Сүриәгә демократияға күсергә мөмкинлек биргән тыныс юлды табыуға йүнәлтелергә тейеш. ”


Рәсәйҙең 1 июлдән үк уның территорияһынан осоп үткән бөтә авиапассажирҙар хаҡында ла мәғлүмәттәр йыйыу системаһын индерергә йыйыныуы саммиттың йәнә бер ҡырҡыу темаһына әйләнеүенә мөмкин. Евроберләшмә үҙ граждандарының персональ мәғлүмәте менән бүлешергә теләмәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий