понедельник, 3 июня 2013 г.

Үҙәк Европа: йәнә ташҡындар.


2002 йыл ҡабатланып ҡуймаҫмы икән? Чехияла ҡойма ямғырҙар арҡаһында Влтава йылғаһы кимәле ҡырҡа күтәрелде. Янғын һүндереү бригадалары Праганың байтаҡ райондарында һаҡланыу өсөн барьерҙар урынлаштыра. Чехословакия баш ҡалаһы янында, ташҡындар арҡаһында, бер ҡатын һәләк булған. 40 ҡалала өсөнсө, иң юғары хәүеф кимәле иғлан ителгән.

Ямғырҙар күп яуыу сәбәпле, Австрияның да күп райондарын һыу баҫты. Тиролдә, һаҡлағыс дамба йырылып, бер ауыл һыу аҫтында ҡалды. Ҡайһы бер йорттарға һыу бер яҡтан инеп, икенсе яҡтан сыға. Байтаҡ урындарҙан халыҡ эвакуацияланған.


Германияның Дунай ярҙарынан ташып сыҡҡан көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында хәлдәр ҡатмарлаша бара. Баварияның Пассау, Мисбах һәм Розенхайм ҡалаларында хәүефлелектең иң юғары кимәле иғлан ителгән. Пассауҙың тарихи үҙәгендә урамдар, подвалдар һыу аҫтында. Илдең башҡа райондарында ла хәлдәр шәптән түгел.

Комментариев нет:

Отправить комментарий