Венгрия илгә 2008 йылда
Халыҡ-ара Валюта фонды биргән заемды ваҡтынан алда түләмәксе, шуға күрә ул
Кристин Лагард ведомствоһын Будапешттағы МВФ офисын кисекмәҫтән ябырға саҡыра.
Үҙәк Европаның бурысҡа бик ныҡ батҡан иленә
фонд һәм Евроберләшмә структуралары биргән 20 миллиард евро көрсөктөң иң яман
осоронда уға дефолт упҡынынан ҡотолорға ярҙам итте.
Хәҙер иһә, киләһе
йылға планлаштырылған дөйөм һайлауҙар алдынан, талапсан һәм тәнҡитсел МВФ-ты
өнәмәүен йәшермәгән Виктор Орбан хөкүмәте илдең финанстары менән идара итеүҙә
үҙенең бойондороҡһоҙлоғон күрһәтергә тырыша.
2010 йылда власҡа
килгән Орбан шунда уҡ МВФ менән хеҙмәттәшлек программаһын яба һәм Венгрияның
хәлен яҡшыртыу өсөн ҡаршылыҡлы саралар күрә, шул иҫәптән Европала иң юғары
булған банк һалымын һәм бизнесҡа махсус һалымдар индерә.
Күптән түгел аукционда
бонддарҙы уңышлы урынлаштырыу ҙа Будапешттағы властарға көс өҫтәне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий