вторник, 16 июля 2013 г.

“Германия өсөн альтернатива” евроға ҡаршы.


ФГР-ҙа күптән түгел төҙөлгән “Германия өсөн альтернатива” евроскептиктар фирҡәһе матбуғат конференцияһы уҙғарҙы һәм сентябрҙә үтәсәк бундестаг һайлауҙарына әҙерлеге хаҡында хәбәр итте. Тейешле ҡултамғалар йыйылған.

Фирҡә апрелдә төҙөлә, ул евроға ҡаршы сыға, маркаға кире ҡайтыу яҡлы. Фирҡәнең фекере буынса, евроны индереү хата:

 “Евроны ҡотҡарыу сәйәсәтен тулыһынса үҙгәрткән фирҡәне генә яҡлаясаҡбыҙ йәки коалицияға инәсәкбеҙ,-тине“Германия өсөн альтернатива” лидеры Бернд Луке.-Юғиһә коалиция булмаясаҡ.”


Әммә, коалиция хаҡында һөйләрҙән алда, бундестагҡа эләгергә кәрәк. Бының өсөн һәр фирҡә 5 процентлы барьерҙы үтергә тейеш. Әлегә евроға ҡаршы булғандар өсөн 2-3 % ҡына тауыш бирергә әҙер.

Комментариев нет:

Отправить комментарий