среда, 17 июля 2013 г.

Путин: Сноуденды Шереметьевола АҠШ бикләне.


Америка махсус хеҙмәттәренең  элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден Рәсәйҙе Ҡушма Штаттар хөкүмәте  эшмәкәрлеге арҡаһында ташлап китә алмай. Ошондай белдереү менән Рәсәй президенты Владимир Путин Балтикалағы Гогланд утрауындағы студенттар менән осрашыуҙа сығыш яһаны.
Батискафта диңгеҙгә төшөп әйләнгәндән һуң, Путин Сноудендың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынған йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Мөмкинлек тыуыу менән американлының Рәсәйҙән китәсәге хаҡында әйтте .
Владимир Путин, РФ президенты:
“Ул беҙҙең территорияға саҡырыуһыҙ килде, беҙгә төбәп килмәне, транзит менән башҡа илдәргә йүнәлергә тейеш ине. Әммә һауаға күтәрелеү менән, Америка партнерҙарыбыҙҙың уның артабанғы осошона кәртә ҡуйыуы асыҡланды.”
Рәсәй властарының рәсми мәғлүмәте буйынса, бына өс аҙна инде АҠШ махсус хеҙмәттәренең элекке хеҙмәткәре Шереметьево аэропортының транзит зонаһында. Уҙған йома ул хоҡуҡ һағында тороусылар, сәйәсмәндәр, адвокаттар менән осрашты һәм Рәсәйҙә ваҡытлыса һыйыныу урыны һорарға теләүе тураһында хәбәр итте.


Комментариев нет:

Отправка комментария