среда, 17 июля 2013 г.

БМО: Сүриәлә гуманитар көрсөк.


Сүриәләге гуманитар хәлдәр торған һайын насарая бара. БМО мәғлүмәттәре буынса, Сүриәнең 7 миллионға яҡын кешеһе, шуларҙың яртыһы- балалар, кисекмәҫтән гуманитар ярҙамға мохтаж. Күрше илдәрҙәге ҡасаҡтар һаны миллион 700 меңдән ашты, ә июндә генә улар миллион 600 мең ине.
“Беҙ арта барған бындай ҡасаҡтар ағымын 20 йыл элек булған Руандалағы геноцид заманынан бирле күргәнебеҙ юҡ,-ти БМО-ның Ҡасаҡтар эше буынса баш комиссары Антониу Гутерриш.-Сүриә халҡы ҙур михнәттәр кисерә. Өҫтәүенә Рамаҙан айында һауа тепмератураһы үтә юғары. Сүриәнең күршеләре бик күп ҡасаҡтарҙы ҡабул итте, йөҙҙәрсә мең ғүмерҙе һаҡлап ҡалды, әммә уларҙың йомартлығы ҡиммәтләнә бара.”
БМО-ла әйтеүҙәренсә, йыл аҙағына ҡәҙәр Сүриәгә һәм күрше илдәргә гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн 3 миллиард долларҙан ашыу кәрәк буласаҡ.
Сүриәлә иһә һуғыш дауам итә. Һуғыш хәрәкәттәре Идлиб районында бара. Конфликт ай һайын 5 мең кешенең ғүмерен ҡыя.
Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта баш күтәреүселәр һәм хөкүмәт көстәре араһында ҡаты һуғыштар Дамасктың иң мөһим булған ситендә- Кабунда бара. Оппозиция унда өҫтәмә көстәр ебәрә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий