четверг, 18 июля 2013 г.

Бихар балалары мәктәптә ашарға теләмәй.




Һиндостан мәктәбе ашханаһында ағыуланған балалар һаны 25-кә етте. 20-нән ашыу бала дауаханаларҙа ята.  Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәрҙең күбеһе- 12 йәшкә саҡлы кескәйҙәр. Врачтарҙың һүҙҙәре буйынса, уҡыусылар пестицидтар менән ағыуланған, уларҙың күләме аҙыҡ-түлектә бик юғары булған. Тәфтиш мәғлүмәттәре буынса, ағыу үҫемлек майы менән эләккән. Баҡтиһәң уны элек ашламалар булған һауытҡа һалғандар.
Балаларҙың һәләкәте Бихар штатында сыуалыштарға алып килде. Халыҡ ғәйеплеләргә яза биреүҙе талап итә, барыһына ла коррупция ғәйепле, шул арҡала аҙыҡ-түлек сифатһыҙ, норма талаптарына яуап бирмәй, тип иҫәпләҙәр.
Бихарҙа- Һиндостандың иң ярлы штатында, балалар йүнләп мәктәптә генә тамаҡ туйҙыра алһа ла,  хәҙер күптәр мәктәптә туҡланыуҙан баш тарта.


Комментариев нет:

Отправить комментарий