Афғанстанда “Талибан”
боевиктары Америка хәрби базаһында эшләгән үҙҙәренең 8 ватандашын үлтергән.
Кабулдан алыҫ түгел Логар провинцияһында полиция уларҙың кәүҙәләрен күҙҙәре бәйләнгән
килеш тапҡан. Хәбәр итеүҙәренсә, атылған был кешеләр шул уҡ районда Кэмп-Шанк
базаһында хеҙмәт иткән. Улар төҙөлөштә эшләгән, территорияны таҙартҡан.
Оккупанттар (боевиктар
американлыларҙы һәм НАТО-ның башҡа вәкилдәрен шулай атай) менән хеҙмәттәшлек
иткән афғанлыларҙы боевиктарҙың шул рәүешле үлетереүе тәүгеһе генә түгел, тип
хәбәр итә полиция.
Комментариев нет:
Отправить комментарий