пятница, 19 июля 2013 г.

WikiLeaks эше: АҠШ суды Мэннингты ғәйепләү хөкөмөн үҙ көсөндә ҡалдырҙы.


АҠШ-тың хәрби суды Мэннингты ғәйепләү хөкөмөн үҙ көсөндә ҡалдырҙы, шуларҙың иң мөһиме- дошман менән килешеү. WikiLeaks сайтына йәшерен хәрби документтарҙы тапшырыуҙа ғәйепләнгән һалдатты яҡлаусы яҡ Мэннинг быны уҫал ниәт менән эшләмәгән, тип бара.
Ғауға 2010 йылдың майында, Америка хәрбиҙәренең тыныс ираклыларҙы атыуын һүрәтләгән яҙмаларҙы сайтҡа тап ул биреүе асыҡланғас башланды. Бынан тыш уның Ирак, Афғанстандағы һуғыштар менән бәйле күп йәшерен документтарҙы ҡулға төшөрөү мөмкинлеге булған. Үҙенең эшен һалдат изге ниәттәре менән аңлата: ул ғәҙеллек һәм йәмәғәтселектең фекер алышыуын теләгән.
Брэдли Мэннинг 700 мең документты WikiLeaks сайтына биреүҙе таныған. Уға 22 пункт буйынса ғәйепләү хөкөмө сығарылған. Әгәр суд уны дошман менән һүҙ беркеткән тип тапһа, ғүмерлеккә төрмәгә ябыуҙары ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий