пятница, 19 июля 2013 г.

Израиль үҙ территорияһынан баш тартырға уйламай.


Фәләстиндәр менән һөйләшеүҙәр башлау өсөн, Израиль үҙ территорияһынан баш тартырға уйламай. Премьер-министр Беньямин Нетаньяхуның матбуғат сәркәтибе Марк Регев АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керриҙың Израиль властарынан быға ризалыҡ алыуы хаҡындағы хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты.
Шул уҡ ваҡытта йәһүд дәүләте лидерҙары һуңғы аҙналарҙа Иерусалим, Рамалах һәм Амман араһын төҙәтергә маташҡан Америка дипломатияһы башлығының тырышлығы уңышлы булыр, тип өмөтләнә.
Шимон Перес, Израиль президенты:
“Дәәүләт сәркәтибе Керри, ысынлап та, был мәсьәләнең алға китеүенә булышлыҡ итте һәм үҙ-ара аралашыуға мөмкинлектәр артты. Бөгөнгө һәм иртәгәһе көн –киләһе ваҡиғалар өсөн мөһим көн.”
Бынан алдағы хәбәрҙәр буйынса, фәләстиндәр тыныслыҡ хаҡындағы һөйләшеүҙәрҙең башланыуы өсөн, Израилдең 1967 йылдан һуң алынған территорияларҙан баш тартыуын шарт итеп ҡуя. Быға яуап итеп, Ғәрәп дәүләттәре Лигаһы йәһүд дәүләтенең барлығын рәсми рәүештә таный алыр ине.
Һул Израиль оппозицияһы Нетаньяхунан ошо формула менән ризалашыуҙы талап итә. “Авода”фирҡәһе белдереүенсә, был осраҡта премьер, әгәр етәкселек иткән коалицияһында ҡаршылыҡҡа осраһа,  оппозицияның яҡлауына өмөт итә ала.



Комментариев нет:

Отправить комментарий