вторник, 23 июля 2013 г.

Япондар Кейтҡа улына массаж яһарға кәңәш бирә.


Кембридж принцының тыуыуы хаҡында хәбәр бөтә донъяны урап сыҡты. Япония премьер-министры Британия тәхет вариҫының ғаиләһен ысын күңелдән ҡотланы. Япония император династияһы-донъяла иң боронғо династия. Конституцияға ярашлы, Япония императоры- дәүләт һәм халыҡ берлеге символы, шуға ла япондар монархтар тормошоноң бөтә нескәлектәрен аңлай.
Король ғаиләһе мөхитендә баланы тәрбиәләүе бик ҡыйын. Массаж ярҙамында Кейт улы менән тәрән бәйләнеш булдыра, әсәлек бәхетен татый һәм улының үҫеүен күреп һөйөнә ала,-ти балалар массажы буйынса белгес Хироми Кусака.
Уҙған быуат башында Синьхай революцияһы һөҙөмтәһендә император династияһы бәреп төшөрөлгән Ҡытайҙа Британияның яңы принцы тыуыуға прагматиктарса ҡарайҙар:
Британия тәхете вариҫының принц һәм ябай халыҡ вәкиле ғаиләһендә тыуыуы- яҡшы күренеш, тип уйлайым. Малай- ҡатнаш ҡанлы, әгәр уға тәхет тәтеһә, тимәк монарх халыҡҡа яҡын буласаҡ,-ти Пекинда йәшәүсе ҡатын.




Комментариев нет:

Отправить комментарий