вторник, 23 июля 2013 г.

Ағыулы һыу Фукусима-1-ҙән Тымыҡ океанға эләгә.


Һәләкәткә осраған Фукусимы-1 АЭС-ынан радиоактив һыу Тымыҡ океанға ағып төшә- Терсо станцияһының компания-операторы был фактты тәүге тапҡыр йәшермәй таныны.
Белгестәрҙең раҫлауынса, һыу сикләнгән миҡдарҙа ағып сыға һәм Фукусимы-1 районындағы техник зона ғына хәүеф аҫтында.
Эксперттар күптән саң ҡаға- пробалар күрһәтеүенсә, океандағы радиоактив матдәләр норманан тиҫтәләрсә тапҡыр артып киткән.

Апрелдә Терсо ағыулы һыуҙың ағып сығыуын танығайны инде. Һүҙ станцияның ер аҫтындағы ете һаҡлағысының өсәүһе хаҡында бара. Ул саҡта кисекмәҫтән саралар күрелгәйне- 20 мең тонна һыуҙы махсус резервуарҙарға ағыҙғайнылар. Әммә электроблок подвалдарында һаман да составында радиоактив матдәләр булған бер нисә йөҙ мең тонна һыу бар. Һыуҙың һарҡып сығыуы- төп проблема, һәләкәт булыуға 2 йыл үтеп китһә лә, ликвадаторҙар был мәсьәләне хәл итә алмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий