понедельник, 22 июля 2013 г.

Германия разведкаһы АҠШ-ҡа немецтар артынан шпионлыҡ итергә ярҙам иткәнме?


ФГР махсус хеҙмәттәре АҠШ-тағы коллегаларына немец граждандары хаҡында мәғлүмәт йыйырға әүҙем рәүештә ярҙам иткән,-тип бара немецтарҙың Шпигельжурналы. Баҫманың мәғлүмәттәре буйынса, американлылар тәьмин иткән программалар һәм аппаратура ярҙамында Германия разведкаһы АҠШ-тың Милли Именлек Агенствоһына тулы ярҙам күрһәткән.
Властарҙың был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен тикшерергә вәғәҙә итеүенә немец оппозицияһы мыҫҡыллы әсе көлөү менән яуап бирҙе:
АҠШ Милли Именлек Агенствоһының юғары вәкилдәре хөкүмәт ағзалары менән осрашыуы билдәле булды. Улар хәҙер бер нәмә лә белмәүҙәре тураһында һөйләйме? Быға көлөргә генә ҡала,-ти йәшелдәр фирҡәһенән Ганс-Кристиан Штробле.
Әгәр немец разведкаһы башлығы, ысынлап та, граждандандарҙың шәхси тормошо хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе таратмау тураһындағы законды боҙған икән, ул үҙ посынан китергә тейеш,-ти социаль-демократтар лидеры Зигмар Габриэль.
Оппозиция канцлер Ангела Меркелдән конкрет яуаптар һәм аңлатыуҙар талап итә.
Шпигель мәғлүмәттәре буйынса, немецтарҙың һәм американдарҙың разведкаһы махсус XKeyScore программаһы менән тәьмин ителгән һәм АҠШ ай һайын немец граждандарының 500 миллион телефон һәм интернет контакты хаҡында мәғлүмәт алған. ФГР махсус хеҙмәттәре вәкилдәре белдереүенсә, улар, ысынлап та, американлыларҙан махсус программа алған, әммә танышып сығыу өсөн генә, ҡулланыу өсөн түгел.


Комментариев нет:

Отправить комментарий