среда, 24 июля 2013 г.

Австралияға йүнәлгән ҡасаҡтар ултырған кәмә батҡан.


Легаль булмаған мигранттар тейәлгән балыҡсылар судноһы Австралияға барып етә алмайынса батҡан. Ете кеше һәләк булған, араларында өс бала һәм ауырлы ҡатын да бар. 157 пассажирҙы ҡотҡарғандар, әммә тиҫтәләрсә кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Фаразлауҙарынса, бортта 250 самаһы кеше булған, тик теүәл генә иҫәптәре билдәле түгел. Хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың күбеһе- Иран, Ирак һәм Шри-Ланка ҡасаҡтары.
Был ваҡиға шуны күрһәтеп тора: илебеҙҙә һыйыныу урыны эҙләгән кешелерәгә ҡарата сәйәсәткә үҙгәрештәр индереү кәрәк. Контрабандистарға беҙҙең аныҡ мөрәжәғәтебеҙ бар: улар Австралиға халыҡты ташыуҙы туҡтатырға тейеш. Бер ғәйепһеҙ күпме кешеләр хәбәрһеҙ юғалыуын, күпме һәләкәттәр, күпме ҡорбандар булыуын күреп торабыҙ,-тип белдерҙе премьер-министр Кевин Радд.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына ла, йыл башынан алып Австралияға Азиянан 15 меңдән ашыу мигрант килгән. Мигранттарҙың күбәйеүе йәмәғәтселектә бәхәстәрҙе ҡуйыртып ебәрҙе. Һөҙөмтәлә, хөкүмәт ҡануниәтте ҡатыландырырға ҡарар итте: бынан ары Австралияға легаль юл менән килмәгән әҙәмдәргә ҡасаҡ статусы бирелмәйәсәк һәм ил территорияһында ҡалыу рөхсәт ителмәйәсәк- мигранттар Папуа-Яңы Гвинеяға оҙатыласаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий