четверг, 25 июля 2013 г.

Мысыр генералының белдереүе исламистарҙы һәм АҠШ-ты һағайтты.


 Мысырҙың баш командующийы генерал Әбдел Фаттах ас-Сисиҙың, армия һәм полицияны яҡлау өсөн, халыҡты йома көн урамдарға сығырға саҡырыуын исламист яҡлылар һуғыш башлауға ҡотортоу һымаҡ ҡабул итте. Мосолман туғандар ас-Сисиҙы ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға һәм иманлыларға ҡаршы заговор башында тороусытип атаны һәм оборона министрының янауҙары хәрбиҙәр президентлыҡтан алған Мөхәммәт Мөрсиҙе посына кире ҡайтарыу өсөн көрәштән баш тартырға мәжбүр итә алмаясағын белдерҙе.
Коалицияның фекере буйынса, хәрби түңкәрелешкә етәкселек иткән ас-Сисиҙың янауҙары- граждандар һуғышына саҡырыу ул,-тине исламистар вәкиле.-Был буласаҡ һуйыштың халыҡтың ялған теләктәшлеге ышығында үтәсәгенә ишара. Беҙ бындай террористик саҡырыуҙарҙың Мысыр халҡын ҡурҡыта алмасағы хаҡында белдерәбеҙ.
Армия командованиеһына ас-Сиси һүҙҙәренә аңлатма бирергә, был көс ҡулланыуға саҡырыу түгел, ә терроризмға ҡаршы көрәшергә кәрәклеге хаҡында белдереү, тип ышандырырға тура килде. Әммә генералдың һүҙҙәре Көнбайышты ла һағайтты, мәҫәлән, АҠШ, уның телмәренән һуң, Мысырға дүрт Ф-16 истребителен ебәреүҙе кисектереп торорға ҡарар итте.
Мысырҙа иһә элекке президент Мөхәммәт Мөрси яҡлыларҙың ҡаршылыҡ акциялары туҡтамай, Синай ярымутрауының төньяғында именлек көстәренә һөжүмдәр ҙә булып тора.


Комментариев нет:

Отправить комментарий