четверг, 25 июля 2013 г.

Испанияла поезд рельстан сыҡҡан, һәләк булыусылар бар.


Кәм тигәндә 20 кеше Испаниялағы тимер юл һәләкәте ҡорбаны булған. Галисия баш ҡалаһы Сантьяго-де-Компостелла вокзалына етеп килгәндә, Мадридтан килгән пассажир поезы рельстан сыҡҡан. Дүрт вагон тулыһынса ауған, уларҙың береһе янып киткән.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, поезд шығрым тулы булған, сөнки кесе йома Галисияла популяр байрам- Сантьяго көнө билдәләнә. 

Комментариев нет:

Отправка комментария