вторник, 30 июля 2013 г.

Джон Керри бер өҫтәл артына фәләстиндарҙы һәм израиллеләрҙе йыйҙы.


 Вашингтонда йәнә Фәләстин-Израиль һөйләшеүҙәре башланды- өс йыл элек, Израиль фәләстин ерҙәрендә йәһүд ауылдарын төҙөй башлағас, ул өҙөлөп торғайны.
АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керриҙың саҡырыуы буйынса, ике яҡтың вәкилдәре мосолмандарҙың ауыҙ асыу- ифтар табыны артына йыйылды.
Һөйләшеүҙәр Израилдәге һәм Фәләстин автономияһындағы күмәк ҡаршылыҡ акциялары фонында башлана. “Кеше үлтереүселәрҙе һәм террористарҙы ебәрмәгеҙ!-”тип һөрәнләй Иерусалимдағы манифестацияла ҡатнашыусылар. Диалогҡа этәргес биреү өсөн, Израиль властарының төрмәләрҙән 100-ҙән ашыу фәләстин тотҡонон сығарырға ҡарар итеүе уларҙың асыуын ҡабартҡан.
Рамаллахтағы ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар ҙа Израиль менән һөйләшеүҙәргә ҡаршы сыға. Уларҙың фекеренсә, Мәхмүт Аббас администрацияһының израиллеләргә ҡаршы торорлоҡ бер нәмәһе лә юҡ, Вашингтондағы осрашыу Фәләстин автономияһының хәлен хөртәйтәсәк кенә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий