вторник, 30 июля 2013 г.

Талиптар Пакистандағы төрмәнән 300 тотҡондо азат иткән.


Уҙған төндә“Техрик Талибан-и-Пакистан”радикаль исламистар төркөмө боевиктары Пакистандың төньяҡ-көнбайышындағы Дера-Исмәғил-Хан төрмәһенә һөжүм иткән.
Дера-Исмәғил-Хан “Әл-Ҡаиҙә” һәм “Пакистан талиптары хәрәкәте” боевиктары терәге булып һаналған ике ҡәбилә ере сигендә- Көньяҡ һәм Төньяҡ Вәзиристан сигендә урынлашҡан.

Тәүҙә боевиктар төрмәне электр утһыҙ ҡалдырған, аҙаҡ ҡойма тирәләй 15-ләп шартлау ойошторған һәм һаҡсыларға ҡаршы гранатометтарҙан һәм ауыр пулеметтарҙан ут асып, емерелгән стена аша төрмәгә бәреп ингән.


Талиптар вәкиле Шаһидуллаһ Шәһит белдереүенсә, һөжүм һөҙөмтәһендә 300 самаһы тотҡон азат ителгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий